Йәш ғәскәровсылар халыҡҡа яңы хореография композицияһы тәҡдим итте

Опубликовано в Новости


Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан бөгөн йәш ғәскәровсылар өр-яңы хореография композицияһы менән сығыш яһаны. Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған проекта сәхнәләштерелгән һәр бейеү көслө алҡыштарға күмелде. 

Башҡорт хореографияһының алтын классикаһына ингән "Ете ҡыҙ" лирик бейеүе. Нисәмә быуын башҡарыуына ҡарамаҫтан ул әле лә халыҡтың яратып, көтөп алған тамашаһынан һанала. 

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы балалар студияһы миҙгел ябылыуы уңайынан өр-яңы проект тәҡдим итте. Ул Фәйзи Әҙеһәм улының тормош һәм ижад юлына арнала. Тамашасы иғтибарына уның хореограф булараҡ үҫешкән ваҡыты, ул сәхнәләштергән бейеүҙәр күҙ алдына баҫтырылды. Ансамбль студияһында, ғөмүмән 250-нән ашыу бала шөғөлләнә. Иң кесеһенә ни бары 5 йәш. 

Быйылғы миҙгел йәш ғәскәровсылар өсөн айырыуса иҫтәлекле, ваҡиғаларға бай булған. Һәр конкурс-фестивалдәрҙәге сығыш ҙур еңеүҙәр алып килгән. Азалия Кәлимуллина бейеү студияһында ике йыл самаһы шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә ул бик күп хореография композицияларын башҡарырға өйрәнгән. Әле лә ул ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ул испан халыҡ бейеүҙәрен үҙләштерергә ниәтләй. 

Йәш ғәскәровсылар профессиональ бейеүселәрҙән тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, ә бергә башҡарыу мөмкинлеген дә ала. Был йәһәттән, "Гөлнәзирә" халыҡ бейеүе, әлбиттә, төп сығыштарҙың береһе булды.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://bash.news/news/97579_jsh_skrovsylar_xalya_yay..