Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль юбилей туры менән Вьетнамға барасаҡ

Опубликовано в Новости


Был турала бөгөн ижади коллектив матбуғат конференцияһы барышында хәбәр итте. Ансамблдең 80 йыллығына арналған гастролдәр көнсығыш илдә аҙна-ун көнгә иҫәпләнгән.

Тамашасы иғтибарына башҡорт хореографияһының «алтын фонды»на ингән бейеү өлгөләре тәҡдим ителә. Вьетнамға китер алдынан ғәскәровсылар Мәскәүҙә Людмила Зыкинаның тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһендә ҡатнашасаҡ.

Концерт программаһы Дәүләт Кремль һарайында 26 ноябрҙә үтә. СССР-ҙың халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Людмила Зыкинаны ваҡытында ансамбль менән дуҫлыҡ ептәре бәйләгән. Тап шуға ла ғәскәровсылар хәтер сараһын сағыу сығыштары менән йәмләргә теләй.

Источник: bash.news