Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙең Кремль һарайында сығыш яһаны

Опубликовано в Новости


Баш ҡала тамашасыһы иғтибарына 1939 йылда легендар балетмейстр тарафынан ҡуйылған «Зарифа» бейеүен тәҡдим итте. Концерт программаһына килгән мең ярымлап тамашасы башҡорт хореографияһынан таң ҡалды. 

Ғәскәровсылар менән бер сәхнәлә илдең билдәле эстрада йырсылары һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны. Людмила Зыкинаның 90 йыллығына арналған концерт программаһынан һуң, ғәскәровсылар тура Вьетнамға юлланды.

Источник: bash.news