Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең көнсығыш илдәге гастролдәре дауам итә

Опубликовано в Новости


Бөгөн ижади төркөм Вьетнамдың Вунгтау ҡалаһында сығыш яһаны. Төбәк халҡы иғтибарына, ғәскәровсылар репертуарының «алтын коллекцияһына» ингән бейеү өлгөләрен тәҡдим итте. 

Башҡортостан менән Вьетнам араһындағы дуҫлыҡ ептәре һәм хеҙмәттәшлек тамырҙары үткән быуаттың 50-cе йылдарына барып тоташа. Ғәскәровсылар Вьетнам республика булараҡ бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң, гастролгә килә. 7 ноябрҙән Яңы йылға тиклем ансамбль башҡорт мәҙәниәтенең сағыу өлгөләре тәшкил иткән бейеүҙәр менән сығыш яһай. 

Источник: bash.news