Кавказ ритмдары

Опубликовано в Новости


Фәйҙи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле адыгей бейеүен өйрәнә башланы. Уны сәхнәгә ҡуйыу өсөн Кавказ республикаһынан балетмейстр килде. Ике көндә Ғәскәровсылар хореография үҙенсәлектәрен үҙләштереп репитицияларға тотондо. 

Башты ғорур күтәреп сафты тигеҙ тоторға. Адыгей халыҡ бейеүе тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә, барлыҡ көстө тупларға, коллективҡа бер-береһенең үксәһен тойоп бейеү талабын ҡуя. Сәхнәгә бер юлы 36 бейеүсе сыға. Барыһы ла бер ритмға баҫырға тейеш. 

Халыҡтың рухын тойорға алыҫ Адыгейҙан килгән хореограф Аслан Ходжаев ярҙам итә. @nalmesdance Налмәс халыҡ бейеүҙәре ансамбленең баш балетмейстры Башҡортостандағы коллегалары саҡырыуы буйынса килгән. Удж-адыгей халҡының боронғо бейеүе. Ҡунаҡ хореограф әйтеүенсә, ул күптәргә таныш Кавказ бейеүҙәренән шаҡтай айырыла. 

Был репертуарҙағы өсөнсө кавказ бейеүе. Әлегә тиклем ансамбль әзербайжан һәм ингуш халыҡтарының хореграфия өлгөләрен сәхнәгә сығарҙы. 

Премьераны ансамбль февралгә планлаштыра. Башҡортостан коллегаларының оҫталығын баһалау өсөн тамашаға Адыгей делегацияһы саҡырылыуы ла ихтимал. 

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин. 

Ғәскәровсылар адыгей бейеүен өйрәнә башланы 

БСТ Айбулат Сисанбаев 

Источник: bash.news