Интернет киңлектәрендә тура эфирҙар, онлайн-осрашыуҙар, конкурс-концерттар йышайҙы

Опубликовано в Новости


Өйҙә яҡшыраҡ. Донъяла таралған челлендж Башҡортостанда ла киң билдәлелек яулай бара. Виртуаль киңлектәргә БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин сәйәхәт ҡылды.

Был ниндәйҙер триллерҙан өҙөк түгел, ә аяғын һындырған бейеүсе Миләүшә Хәйбуллинаның коридор буйлап атлауы. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, үҙизоляция тәртибендә лә өйҙә милли хореография нескәлектәренә өйрәтә.

Улар араһында бейеүсе Эльвира Муллағолова ла бар. Данлыҡлы бейеү коллективы солисы үҙебеҙсә, башҡортса баҫырға саҡыра.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://bash.news/bash/news/120568