БАССР-ҙың халыҡ артисы, бейеүсе Рәүилә Хажиева 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Опубликовано в Новости


Уны тыуған көнө менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәкселеге һәм бейеүселәр ҡотланы.

Рәүилә Хажиева тиҫтәләгән йылдар дауамында Халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында Башҡортостан район-ҡалалары, Рәсәй төбәктәре һәм сит ил сәхнәләрендә сығыш яһай. Уның тормош юлы милли башҡорт бейеүенең үҫеше менән өҙлөкһөҙ бәйле. Сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы әсир иткән артисты коллегаллары, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте вәкилдәре 90 йәшлек ғүмер байрамы менән тәбрикләне.

Рәүилә Миңлеғәле ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районы Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, йәш артист Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алына. Фиҙакәр хеҙмәте һәм тырышлығы арҡаһында тиҙ арала ансамблдең төп составына инә. 50-60-сы йылдарҙа башҡорт бейеүенең корифейы Фәйзи Ғәскәров етәкселегендә эшләй. Рәүилә Хажиева «Заһиҙә», «Дуҫлыҡ», «Биҙрә менән бейеү», «Зарифа» күмәк бейеүҙәрҙең яңғыҙ партияларын бейей. Бынан тыш, көнсығыш бейеүҙәрен дә оҫта башҡара.