«Башҡорт бейеүенең йөрәге беҙҙә» / «Йәшлек» гәзите
12, 13 декабрҙә Конгресс-холда, 19 декабрҙә ӨМЭПБ мәҙәниәт һарайында республикабыҙҙың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 75 йыллыҡ юбилей концерттары менән сығыш яһаясаҡ. Әһәмиәтле ваҡиға алдынан ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев менән әңгәмәләштек.
– 2014 йылды ниндәй ваҡиғалар һәм тәьҫораттар менән оҙатаһығыҙ?
– Ансамблдең юбилей йылын быйыл 24 февралдә концерт менән Мәскәү ҡалаһында асып ебәрҙек. Мәҙәниәт йылы ошондай мәртәбәле дата менән бергә тура килеп, ваҡиғаларға бай ижад миҙгеле үткәрҙек. Уны Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына тәҡдим иткән концерттар менән тамамлап ҡуясаҡбыҙ. Ә инде ошо юбилей концерттары үткәс, коллектив, Яңы йыл байрамдарына арнап, балалар өсөн 10 тамаша ҡуясаҡ. Беҙҙә әлеге ваҡытта 60 бейеүсе, дүрт репетитор, оркестрҙа 15 музыкант (уға Риф Моратшин нигеҙ һалған һәм бына инде 40 йылдан ашыу уны етәкләй) эшләй. Тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға: ансамблебеҙҙе Рудольф Нуриев исемендәге Өфө дәүләт хореография колледжын тамамлаған йәш таланттар менән тулыландырҙыҡ һәм йәшәрттек. Оркестрға яңы музыканттар ҙа эшкә килде. Яңы костюмдар тектерҙек. Республиканың иң оҫта бейеүселәре беҙҙә эшләй, тип әйтә алам.