Форма отправлена
Спасибо!
Забронировать
Уважаемые зрители!
Нам очень важна ваша оценка нашей работы,
она позволит нам работать лучше.

Заполните, пожалуйста анкету по ссылке:
НЕЗАВИСИМАЯ ОЦЕНКА КАЧЕСТВА ОКАЗАНИЯ УСЛУГ

Мы используем cookie

Во время посещения сайта «gaskarov-ensemble.ru» вы соглашаетесь с тем, что мы обрабатываем ваши персональные данные с использованием метрических программ.

10.07.2024

Ғәскәровсылар «Рәсүлев уҡыуҙары»нда «Урал һәм Шүлгән» спектаклен күрһәтте

Ғәскәровсылар «Рәсүлев уҡыуҙары»нда «Урал һәм Шүлгән» спектаклен күрһәтте.

4 июлдән 6-һына тиклем Силәбе өлкәһендә «Рәсүлев уҡыуҙары» V Халыҡ-ара ХIII Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Конференцияның төп көнө 5 июлдә Троицкиҙа үтте.

Йолаға әүерелгән конференция күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе, «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы Зәйнулла Ишан хәҙрәт Рәсүлевтың мираҫына арналған.

Конференцияның мәҙәни өлөшөндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Урал һәм Шүлгән» хореографик спектаклен күрһәтте.

Спектакльдән һуң тамашасылар фекерҙәре менән уртаҡлашты:

«Сара бик матур ойошторолған. «Урал-батыр» эпосы нигеҙендә ҡуйылған спектакльды ҡарап, халҡымдың аҫыл егеттәренә, матур ҡыҙҙарына һоҡланып, ғорурланып ултырҙым. Тамашасылар ҙа йылы ҡаршы алды, оҙаҡ ҡул сабып торҙо. Һәр артист үҙ ролен ентекләп, аҙағына тиклем башҡарҙы, образдарын матур күрһәтте. Силәбе өлкәһендә көслө рухлы башҡорттар йәшәй, Башҡортостандан килгән артистар, ижади коллективтар ойошторған сараларға йөрөй, әүҙем ҡатнаша. Троицк ҡалаһында күренекле, легендар Фәйзи Ғәскәров ансамбле сығышына беҙ бик шат булдыҡ. Спектакль ҡарағанда, үҙем хатта илап алдым».

«Троицк ҡалаһында 15 йыл йәшәйем, «Рәсүлев уҡыуҙары» форумы өҫтөндә беренсе көндән алып эшләйем. Форумда йыл һайын күп матур саралар ойошторола, әммә Фәйзи Ғәскәров ансамбле спектакленән күңелемә айырыуса рәхәт булды. «Урал-батыр» эпосы нигеҙендә ҡуйылған спектакль Силәбе башҡорттарына фәһем, илһам килтерҙе тип уйлайым».

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Нәзир Байегетов: «Троицк ҡалаһы тамашасылары «Урал һәм Шүлгән» спектаклен йылы ҡаршыланы. 2023 йылдың сентябрендә беҙ ошо спектакль менән Новосибирск ҡалаһында ижад миҙгелде астыҡ, Троицкиҙа шулай уҡ «Урал һәм Шүлгән» менән июлдә ижад миҙгелен тамамлайбыҙ. Ошо тамаша менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә бик ҡыҙыҡһыналар, фестивалдәргә саҡыралар. Киләсәктә «Урал һәм Шүлгән» менән төрлө яҡтарҙа йәшәгән тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырырбыҙ, тип уйлайым».

Читайте также
// $('.popup__list-item a').css({ // 'color': 'white' // })