27 сентября 2021

Гаскаровцы в Бельгии БСТ

Гаскаровцы в Бельгии БСТ

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Бельгиялағы гастролдәре тамамланды. Короллектең баш ҡалаһы Брюсселдә данлыҡлы ижади коллектив бейеүселәре «Рус миҙгелдәре» проекты менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә башҡорт хореография сәнғәте менән таныштырҙы. Яҡташтарыбыҙ «Ете ҡыҙ», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә» кеүек билдәле хорегорафия композицияларын тәҡдим итте. Концерт һуңында ла тамашасы таралырға ашыҡманы. Ғәскәровсыларҙың сәхнә костюмдары менән яҡындан танышты. Бигерәк тә урындағы халыҡты башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре ҡыҙыҡһындырҙы. Талир, көмөш тәңкәләр менән байытылған ҡашмау, сулпылар һәр кемдә һоҡланыу уятты.